14 Дауыт сүлдәге ышыҡ урындарҙа, Зиф сүленең таулығында йәшеренеп ятты. Шаул уны туҡтауһыҙ эҙәрләне, әммә Алла Дауытты уның ҡулына бирмәне.
Ғаҫ, Мареша, Зифты,
Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған, Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған.
Йыйылышып боҫалар ҙа баҫҡан аҙымымды күҙәтәләр, Йәнемде алырға ҡырсыналар.
сөнки улар ҡан ҡойорға ашыға, аяҡтары яманлыҡҡа табан саба.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай, берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса.
Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде.
Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?
Антиохияла, Иконионда, Лустрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы!
Зиф, Тәләм, Беғалоҫ,
Мағон, Кармәл, Зиф, Ютта,
Дауыт, Зиф сүлендәге Хорешта торғанда, Шаулдың уны үлтереү ниәте менән юлға сыҡҡаны хаҡында ишетте.
Шаулға Дауыттың Ҡығилаға килгәнен хәбәр иттеләр. Шаул: – Алла Үҙе уны минең ҡулыма тотторҙо: Дауыт, ҡапҡалары һәм йоҙаҡтары булған ҡалаға инеп, үҙен үҙе бикләне, – тине.
Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.
Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.