13 Бынан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙгә яҡын кеше менән Ҡығиланан сығып, урындан-урынға күсеп йөрөй башланы. Дауыт Ҡығиланан ҡасып киткән тигән хәбәрҙе ишеткән Шаул унда барыу уйынан кире ҡайтты.
Шунда батша янынан уның бөтә хеҙмәтселәре, унан керетиҙәр менән пелеҫиҙәр үтте, улар артынан батша менән бергә Ғаҫ ҡалаһынан күсеп килгән алты йөҙләп Ғаҫ кешеһе уҙҙы.
Һин кисә генә бында килдең, инде бөгөн мин һине үҙебеҙгә эйәрергә мәжбүр итәйемме ни? Мин ҡайҙа барырымды үҙем дә белмәйем әле. Бар, ҡайт, ағай-энеңде лә алып кит. Раббының мәрхәмәте һәм тоғролоғо юлдаш булһын һиңә!
Ҡырын эштәре барып сыҡмаһын өсөн, Мәкерлеләрҙең ниәтен боҙа.
Елгә осҡан кәбәк кеүек булһындар, Раббының фәрештәһенән ҡыуылһындар.
Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды.
– Ҡылыстарығыҙҙы тағығыҙ, – тип бойорҙо Дауыт. Үҙе лә, яугирҙәре лә ҡылыстарын таҡты. Дүрт йөҙләгән кеше Дауыт артынан ҡуҙғалды, ике йөҙө ылау янында ҡалды.