10 Дауыт Раббыға: – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Мин ҡолоң ишеттем: Шаул Ҡығилаға килеп, минең арҡамда ҡаланы тар-мар итергә теләй.
Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлер – шулай булһа ла уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы?
Әммә бер Мордехайҙан ғына үс алыуҙы үҙе өсөн түбәнселек һананы. Ул, Мордехайҙың ҡайһы халыҡтан булғанын белеп, Ахашверош батшалығындағы барлыҡ йәһүдтәрҙе, йәғни Мордехайҙың халҡын, юҡ итергә ниәтләне.
Яуыз хаким ярлы халыҡҡа гүйә ырылдаған арыҫлан, үкергән айыу.
Шунан ҡаһиндар ҡалаһы булған Новты тотош ҡылыстан үткәрҙе. Ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе тотош ҡырып һалды.
Ҡығила халҡы мине уның ҡулына тотоп бирерме? Ҡолоң ишеткәнсә, Шаул бында килерме? Эй Исраил Аллаһы Раббы, ҡолоңа белдерһәңсе! – тип мөрәжәғәт итте. – Килер, – тип яуап бирҙе Раббы.
Шаул, Дауытты һәм уның кешеләрен Ҡығилаға барып ҡамауға алыр өсөн бөтә ғәскәрен яуға саҡырҙы.
Дауыт Шаулдың яман ниәте тураһында белгәс, Әвйәҫәр ҡаһинға эфодты килтерергә ҡушты.