Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 22:3 - Изге Яҙма

3 Дауыт бынан Моавтың Миспе ҡалаһына барҙы һәм Моав батшаһына: – Алланың мине нимә эшләтәсәген белгәнгә тиклем, атайым менән әсәйемде һиндә ҡалдырып торорға рөхсәт ит, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 22:3
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысырҙың иң яҡшы еренә, Рағмесес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе.


Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.


Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.


Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.


Ифтахҡа Раббы рухы иңде. Ул Ғилғәд, Менашше ерҙәрен үтеп, Ғилғәдтәге Миспаға килде лә, унан ғаммондарға табан йүнәлде.


Шулай уҡ мин Махлондың тол ҡатынын, Моав ҡыҙы Рутты ла, үҙемә ҡатынлыҡҡа алам, сөнки мәрхүмдең вариҫтары уның биләмәһен мираҫ итеп алырға, туғандарының нәҫеле менән бергә уның да нәҫеле дауам итергә, уның да исеме тыуған ерендә ошо ҡапҡа төбөндә яңғырарға тейеш. Бөгөн һеҙ быға шаһитһығыҙ! – тине.


Күрше ҡатындар балаға исем ҡушып: – Ноғомиҙың улы тыуҙы, – тинеләр. Уны Ғовед тип атанылар. Ғовед – Ишайҙың, Ишай – Дауыттың атаһы.


Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды.


Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды.


Шулай итеп, Дауыт ата-әсәһен Моав батшаһы янына алып килде. Дауыт йәшенеп ятҡан ерендә булған арала, улар шунда йәшәне.


Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне. – Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ