Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 22:23 - Изге Яҙма

23 Янымда ҡал, ҡурҡма! Кем минең йәнемде көҫәй, шул һине лә һәләк итергә ниәтләй. Минең янымда саҡта хәүефһеҙлектә булырһың, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 22:23
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.


Адонияһ Серуяһ улы Йоав менән Әвйәҫәр ҡаһиндан кәңәш һорай торған булды. Был икәү Адонияһ яҡлы ине.


Ә Әвйәҫәр ҡаһинға батша: – Һин Ғанаҫоҫтағы биләмәңә ҡайтып кит. Үлемгә лайыҡһың, тик әлегә һиңә теймәйем, сөнки атайым Дауыт алдынан Раббы Хакимдың Килешеү һандығын күтәреп барҙың, атайым кисергән бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштың, – тине.


Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа Минең арҡала һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.


«Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар.


Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.


Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте.


– Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ