20 Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте.
Шул саҡ Дауыт Садоҡ ҡаһин менән Алланың Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән левиҙәрҙе күреп ҡалды. Бына улар, туҡтап, Алла һандығын ергә ҡуйҙы. Әвйәҫәр ҡаһин, ҡалҡыу урынға баҫып, ҡаланан һәммә халыҡтың сығып бөткәнен ҡарап торҙо.
Шеуа – кәтип, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар,
Адонияһ Серуяһ улы Йоав менән Әвйәҫәр ҡаһиндан кәңәш һорай торған булды. Был икәү Адонияһ яҡлы ине.
Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙән Уриилды, Ғасаяһты, Йоилды, Шемағъяһты, Әлиилде һәм Ғамминадавты саҡырып алып,
Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Авимәләх – ҡаһиндар, Шауша – кәтип,
Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.
Ҡорбан усағымдан нәҫелеңдән бер кешене алмаҫмын, тик берәүегеҙҙе генә ҡалдырырмын, уның илап күҙҙәре һуҡырайыр, йөрәге тулы хәсрәт булыр. Нәҫелеңдән булғандарҙың һәммәһе лә ғүмеренең иң сәскә атҡан мәлендә китер.
Әвйәҫәр Шаулдың Раббы ҡаһиндарын үлтереүе тураһында Дауытҡа һөйләп бирҙе.
Ахимәләхтең улы Әвйәҫәр, Ҡығилала торған Дауыт янына ҡасҡанда, үҙе менән эфодты ла алып килгәйне.
Дауыт Шаулдың яман ниәте тураһында белгәс, Әвйәҫәр ҡаһинға эфодты килтерергә ҡушты.
Ул Ахимәләх улы Әвйәҫәр ҡаһинға: – Миңә эфодты килтер әле, – тине. Әвйәҫәр Дауытҡа эфодты алып килде.
Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине.