19 Шунан ҡаһиндар ҡалаһы булған Новты тотош ҡылыстан үткәрҙе. Ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе тотош ҡырып һалды.
Ғанаҫоҫта, Новта, Ғананияһта,
Баҫҡынсылар бөгөн үк Нов ҡалаһында торасаҡ, Сион тауына, Йәрүсәлим ҡалҡыулығына йоҙроғон янаясаҡ.
Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.
– Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар. – Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Сабыйҙар һәм имсәк балалар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды бер ҡасан да уҡыманығыҙмы ни?
Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!
Әммә һеҙ һаҡ булығыҙ, Раббыға бағышланып харам ҡылынған әйберҙәрҙең береһенә лә ҡул һонмағыҙ, уларҙы ала күрмәгеҙ. Юҡһа Исраил халҡының тупламына ҡарғыш төшөр һәм барыһын да бәлә-ҡазаға дусар итерһегеҙ.
Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ.
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.
Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр.
Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр.
Дауыт Новҡа Ахимәләх тигән ҡаһинға килде. Ахимәләх хәүефләнеп Дауытҡа ҡаршы сыҡты. – Нишләп яңғыҙың, яныңда бер кем дә юҡ? – тип һораны.
Шаул батша Ахитув улы Ахимәләх ҡаһинды, уның зат-зәүерен, Новтағы барса ҡаһиндарҙы саҡырырға кешеләр ебәрҙе. Улар барыһы ла батша янына килде.
Шаулдың ярандары араһында торған Эдом кешеһе Доег: – Ишай улы Дауыттың Нов ҡалаһына Ахитув улы Ахимәләх ҡаһин янына килгәнен күрҙем, – тине. –