16 Әммә батша: – Эй Ахимәләх, үҙең дә, нәҫел-нәсәбең дә үлтерелергә тейеш! – тине.
Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.
Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.
Әммә бер Мордехайҙан ғына үс алыуҙы үҙе өсөн түбәнселек һананы. Ул, Мордехайҙың ҡайһы халыҡтан булғанын белеп, Ахашверош батшалығындағы барлыҡ йәһүдтәрҙе, йәғни Мордехайҙың халҡын, юҡ итергә ниәтләне.
Яуыз хаким ярлы халыҡҡа гүйә ырылдаған арыҫлан, үкергән айыу.
Батша был һүҙҙәргә бик ныҡ асыуланды һәм Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен ҡырып бөтөрөргә бойорҙо.
Батша уларға: – Һеҙгә үҙ ихтыярымды белдерәм! Әгәр ҙә һеҙ миңә ниндәй төш кергәнен һәм уның нимә аңлатҡанын әйтмәһәгеҙ, һеҙҙе киҫәктәргә тураҡлаясаҡтар, өйҙәрегеҙҙе емерәсәктәр.
Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.
Һируд Петрусты эҙләргә бойорҙо, әммә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе. Бынан аҙаҡ Һируд Йәһүҙиәнән Ҡайсареяға китте һәм шунда ҡалды.
Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен.
– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул.
Ишай улы ер йөҙөндә йәшәгәндә, үҙең дә, батшалығың да имен булмаясаҡ! Хәҙер үк кеше ебәр, уны бында килтерт. Ул мотлаҡ үлергә тейеш! – тине.
Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем.
Шунан эргәһендә торған йәнһаҡсыларына: – Барығыҙ, Раббының ҡаһиндарын үлтереп ташлағыҙ! Улар ҙа Дауыт менән бер һүҙле. Уның ҡасҡанын белә тороп, миңә хәбәр итмәгәндәр, – тип әмер бирҙе. Әммә батшаның хеҙмәтселәре Раббының ҡаһиндарына ҡул күтәрергә баҙнат итмәне.