Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 22:15 - Изге Яҙма

15 Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 22:15
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәрүсәлимдән Авшалом менән ул саҡырған ике йөҙ кеше китте. Улар, эштең ниҙә икәнен белмәйенсә, ихлас күңелдән эйәргәйне.


Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла:


– Хакимым батша, Йәрүсәлимдән сығып киткән сағыңда һиңә ҡарата ҡылған яман ҡылығымды ғәфү итһәң һәм иҫеңдә тотмаһаң ине.


Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.


Дауыт тағы Раббыға һорау менән мөрәжәғәт итте, һәм Ул былай тип яуап ҡайтарҙы: – Уларҙың ҡаршыһынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Әммә батша: – Эй Ахимәләх, үҙең дә, нәҫел-нәсәбең дә үлтерелергә тейеш! – тине.


Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ