4 – Ябай икмәгем юҡ, – тип яуапланы ҡаһин Дауытҡа. – Әгәр егеттәрең ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, пак булһа, – изге икмәгем бар.
Муса халыҡҡа былай тине: – Иртәнән һуңға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ.
Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.
Ир ҡатын менән ятһа һәм мәнейе аҡһа, икеһе лә йыуынһын. Улар кискә тиклем нәжес һаналыр.
Икегеҙ килешеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа доға ҡылыуға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис, тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып, һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ.
Ҡана, ҡул аҫтыңда ашарлыҡ нимә бар? Миңә биш икмәк йәки, нимәң булһа, шуны бир.
Ҡаһин Дауытҡа изге икмәк бирҙе, сөнки унда ошо Раббы хозурына ҡуйылғанынан башҡаһы юҡ ине. Был икмәк шул көндө, урынына йылыһын ҡуйыр өсөн, Раббы алдынан алынғайны.