3 Ҡана, ҡул аҫтыңда ашарлыҡ нимә бар? Миңә биш икмәк йәки, нимәң булһа, шуны бир.
Атаһы йортонда туған туғанына сат йәбешеп: «Һинең, исмаһам, өҫтөңдә кейемең бар. Башлығыбыҙ бул! Был харабаларға етәкселек ит», – тип әйтәсәк.
Әгәр ҙә был халыҡ минең ҡул аҫтымда булһа, мин Авимәләхте ҡыуып ебәрер инем! – тине. Шунан Ғағал Авимәләхкә: – Ғәскәреңде йый ҙа алышҡа сыҡ, – тип һүҙ ташланы.
– Батша миңә бер йомош ҡушты, – тип яуапланы Дауыт Ахимәләх ҡаһинға. – «Һине ни өсөн ебәргәнемде, ни бойорғанымды бер кем дә белмәһен», – тине. Шуға күрә егеттәремде билдәле урында ҡалдырҙым.
– Ябай икмәгем юҡ, – тип яуапланы ҡаһин Дауытҡа. – Әгәр егеттәрең ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, пак булһа, – изге икмәгем бар.