12 Дауыт был һүҙҙәрҙе күңеленә һалып ҡуйҙы һәм Ғаҫ батшаһы Ахиштан бик ҡурҡты.
Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас: – Һеңлем ул минең, – тип яуап бирҙе. Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты, сөнки Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә уны үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы.
Йәнемә теш ҡайрағандар хур булһын! Яуыз ниәт йөрөткәндәр, Оятҡа ҡалып, кире боролһон!
Юғарыларҙан Юғары Алланы, Миңә игелектәр ҡылған Алланы саҡырам.
Мәрйәм иһә быларҙы йөрәгенә һалып ҡуйҙы һәм уйланып йөрөнө.
Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтты һәм бар нәмәлә уларҙы тыңланы. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡланы.
Ҡатындар бейей-бейей: – Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе, – тип һамаҡланы.
Дауыт ул көндө, Шаулдан ҡасып, Ғаҫ батшаһы Ахишҡа килде.
Ул бөтәһе алдында йөҙөн үҙгәртеп, диуана булып ҡыланды, ҡапҡа-ишектәрҙе тырнап, һаҡалына шайығын ағыҙып йөрөнө.