11 Ахиштың хеҙмәтселәре: – Был теге илдең батшаһы Дауыт түгелме? – тинеләр. – Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип уның тураһында йырламайҙар инеме?
Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Раббы, миңә ҡаршы көрәшкәндәр менән Һин Үҙең көрәш, Миңә ҡаршы алышҡандар менән Һин Үҙең алыш!
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.
Дауыт ҡасып ҡотолдо һәм Рамаға Шемуилға килде. Уға Шаулдың үҙенә нимәләр эшләгәнен һөйләп бирҙе. Шунан Шемуил менән икәүләп Найоҫҡа килделәр.
Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.
Шунан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙ кешеһен алып, Ғаҫ батшаһы Мағох улы Ахишҡа юлланды.
Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип йырланған Дауыт түгелме ни ул? – тинеләр.