6 Әгәр атайың юҡлығымды абайлаһа: «Дауыт тыуған ҡалаһы Бейт-Ләхәмгә ҡайтырға һораны, сөнки нәҫел-нәсәбе йыллыҡ ҡорбандарын сала», – тип әйтерһең.
Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?
Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.
Шаул: – Үҫмер, һин кемдең улы булаһың? – тип һораны. – Бейт-Ләхәмдән ҡолоң Ишайҙың улымын, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт.
Йонаҫан батшаға: – Дауыт Бейт-Ләхәмгә ҡайтыр өсөн минән бик үтенеп рөхсәт һораны, – тип яуап бирҙе. –
– Эйе, ана, алдығыҙҙа. Тик тиҙерәк барығыҙ. Бөгөн ул ҡалаға килде, сөнки халыҡ табыныу ҡалҡыулығында ҡорбан килтерә, – тип яуапланы ҡыҙҙар. –