5 – Ҡара, иртәгә Яңы ай байрамы, – тине Дауыт Йонаҫанға. – Мин батша менән бер табында ултырырға тейешмен. Ләкин һин мине ебәрһәң, мин иртәгәнән һуңға кискә тиклем ҡырҙа йәшенеп торор инем.
– Нишләп уға бөгөн бараһың? – тине ире. – Яңы ай байрамы ла, шәмбе лә түгел. – Зарар юҡ, – тип яуапланы ҡатын.
Өмөтөмдө Аллаға бағлайым, Нимәнән ҡурҡырға миңә? Фани әҙәм миңә нимә эшләй алһын?
Ярлы менән етемдең дәғүәһенә ғәҙел ҡарағыҙ; Мохтаж менән фәҡирҙең хаҡын бирегеҙ.
Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер, бер ҡатлы һаман алға бара бирер ҙә, зыян күрер.
«Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек.
Күңел асҡан көндәрегеҙҙә һәм байрамдарығыҙҙа, яңы ай тыуған көндәрҙә, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтергәндә борғо ҡысҡыртығыҙ – был Аллағыҙға үҙегеҙҙе иҫкә төшөрөү булыр. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
Яңы ай башында ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәсте Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерегеҙ, малдар кәмселекһеҙ булһын.
Шул саҡ йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшенде лә Алла йортонан сығып китте.
Тиҙ арала имандаштары Паулусты диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Силас менән Тимоҫеус Берояла ҡалды.
Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен.
– Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен.
Йонаҫан уға былай тине: – Иртәгә Яңы ай байрамы. Һинең турала һорарҙар, сөнки урының буш буласаҡ.
Шуға күрә иртәгәнән һуңға тиҙ генә элек йәшеренгән урынға кил, Әзәл ташы янына ултыр.
Дауыт ҡырға китеп йәшенде. Яңы ай тыуғас, батша килеп байрам табынына ултырҙы.
Иртәгәһенә, айҙың икенсе көнөндә, Дауыттың урыны йәнә буш ҡалды. Шаул улы Йонаҫандан: – Ишай улы ни өсөн кисә лә, бөгөн дә табынға килмәне? – тип һораны.
Йонаҫан Дауытҡа: – Йәнең нимә теләй, һинең өсөн барыһын да эшләйем, – тине.
Әгәр атайың юҡлығымды абайлаһа: «Дауыт тыуған ҡалаһы Бейт-Ләхәмгә ҡайтырға һораны, сөнки нәҫел-нәсәбе йыллыҡ ҡорбандарын сала», – тип әйтерһең.