41 Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.
Шунан ул, Рәхиләне үбеп, ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп бөтә булғандарҙы һөйләп биргәс,
Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршыһына килде лә ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫып үбә башланы. Икеһе лә илап ебәрҙеләр.
Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.
– Атайыбыҙ, һинең ҡолоң, иҫән-аман йәшәп ята, – тип яуапланы туғандар, уның алдында тағы сәждәгә китеп йөҙтүбән ергә ҡапланып.
Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.
Өсөнсө көнөнә Шаул ғәскәре тупламынан бер кеше килде: кейеме йыртҡыланып бөткән, башына тупраҡ һибелгән.
Ҡайғырамын һинең өсөн, туғаным Йонаҫан, Һин миңә бик ғәзиз инең; Һинең яратыуың минең өсөн Ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүенән артыҡ ине.
Теҡоғанан килгән ҡатын батша янына инде. Йөҙө менән ергә ҡапланды ла: – Эй батшам, ярҙам ит! – тип өндәште.
Барса халыҡ, улар менән бергә батша ла, Иордан аша сыҡты. Батша, Барзиллайҙы үбеп, фатихаһын бирҙе лә, Барзиллай өйөнә ҡайтып китте.
Шаул улы Йонаҫандың балаһы Мефи-Бошеҫ, Дауыт батша алдына килеп, ихтирам менән йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Мефи-Бошеҫ! – тип өндәште уға Дауыт. – Мин ҡолоң бындамын, – тип яуапланы Мефи-Бошеҫ.
Баҫ-Шевағ батша алдында теҙләнеп ергә ҡапланды. – Нимә теләйһең? – тип һораны батша.
Дауытҡа: – Наҫан пәйғәмбәр килде, – тип хәбәр иттеләр. Пәйғәмбәр, батша янына инеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Баҫ-Шевағ батшаның алдында теҙләнеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Хакимым Дауыт батша мәңге йәшәһен! – тине.
Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте.
Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.
Ә Йонаҫан Дауыт менән дуҫ булырға вәғәҙәләште, сөнки уны үҙ йәнеләй яратты.
Йонаҫан малайға ҡоралын бирҙе лә: – Бар, ҡалаға алып ҡайт, – тине.
Дауыт та уның артынан мәмерйәнән сыҡты. Ул Шаулға: – Батша, хакимым! – тип ҡысҡырҙы. Шаул артына боролоп ҡарағас, Дауыт йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.