4 Йонаҫан Дауытҡа: – Йәнең нимә теләй, һинең өсөн барыһын да эшләйем, – тине.
Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.
– Ҡара, иртәгә Яңы ай байрамы, – тине Дауыт Йонаҫанға. – Мин батша менән бер табында ултырырға тейешмен. Ләкин һин мине ебәрһәң, мин иртәгәнән һуңға кискә тиклем ҡырҙа йәшенеп торор инем.