34 Йонаҫан нәфрәтләнеп табынды ташлап сығып китте. Яңы ай байрамының икенсе көнөндә ул тамағына ашаманы, сөнки атаһының Дауытты хурлауы уны ҡаты ҡайғыға һалғайны.
Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.
Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.
Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.
Шаул, үлтерергә теләп, улына һөңгөһөн ырғытты. Йонаҫан атаһының ысынлап та Дауытты һәләк итергә ниәтләгәнен аңланы.
Иртәгәһенә иртәнсәк ул Дауыт менән алдан килешелгәнсә ҡырға сыҡты. Янында бер бәләкәй малай ҙа бар ине.