Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 20:30 - Изге Яҙма

30 Шаулдың Йонаҫанға ҡаршы асыуы ҡупты. – Һин йүнһеҙ, тиҫкәре әсәңдең балаһы! Ишай улы менән дуҫлашҡаныңды белмәй йөрөйөммө ни мин? Был ҡылығың менән үҙеңде һәм һине тапҡан әсәңде оятҡа ҡалдырҙың бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 20:30
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахмаҡты ҡыҙыулығы үлтерер, Бер ҡатлыны көнсөллөгө бөтөрөр.


Сабыр кеше – аҡылға бай, ҡыҙыу бәндә ахмаҡлығын арттырыр.


Аҡыллының теле ғилемде күркәм итә, аҡылһыҙҙың теле ахмаҡлыҡ сәсә.


Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы, ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ.


Ярһыу әҙәмгә ваҡытында язаһын бирергә тейешһең; бер аяһаң, тағы ла насарыраҡ булыр.


Тәкәббер, эре әҙәм – исеме уның «хаяһыҙ», үҙен башҡаларҙан үтә өҫтөн тотор.


Үҙенә баш була алмаған кеше диуарһыҙ ҡалған емерек ҡала ише.


Таш ауыр, ҡом тос тарта, әммә ахмаҡтың рәнйетеүе икеһенән дә ауырыраҡ.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.


Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ.


Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ.


«Зинһар рөхсәт ит, нәҫелебеҙ ҡалала ҡорбан сала. Ағайым миңә лә ҡайтырға ҡушты. Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, ебәр, барып туғандарымды күреп киләйем», тине. Шуға ул батша табынына килмәне.


Ишай улы ер йөҙөндә йәшәгәндә, үҙең дә, батшалығың да имен булмаясаҡ! Хәҙер үк кеше ебәр, уны бында килтерт. Ул мотлаҡ үлергә тейеш! – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ