Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 20:3 - Изге Яҙма

3 Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 20:3
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин бында ҡал, Раббы мине Бейт-Илгә ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Бейт-Илгә киттеләр.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Йерихоға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Йерихоға киттеләр.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Иорданға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп артабан киттеләр.


Сидкияһ Йермеяһҡа йәшерен ант итеп: – Беҙгә йәшәү биргән тере Раббы шаһит: һине үлтертмәм, йәнеңде көҫәгән кешеләрҙең ҡулына бирмәм, – тине.


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Тормошоғоҙ ҡурҡыныс аҫтында булыр, көнөн дә, төнөн дә ҡалтыранып торорһоғоҙ, киләсәккә ышанысығыҙ бөтөр.


Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.


Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.


– Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин.


Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер.


– Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ!


Йонаҫан Дауытҡа: – Йәнең нимә теләй, һинең өсөн барыһын да эшләйем, – тине.


Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!


Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ