27 Иртәгәһенә, айҙың икенсе көнөндә, Дауыттың урыны йәнә буш ҡалды. Шаул улы Йонаҫандан: – Ишай улы ни өсөн кисә лә, бөгөн дә табынға килмәне? – тип һораны.
Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа?
Уға – кешеләр ташлаған, әммә Алла тарафынан һайлап алынған, Уның күҙендә ҡиммәтле тере Таш янына килеп,
Шаул: «Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуям», – тип һөңгөһөн ырғытты, әммә егет ике тапҡыр унан тайшанып ҡалды.
Шаул: – Уны миңә түшәгендә килеш алып килегеҙ, үлтерәм, – тип кешеләрен ҡабат ебәрҙе.
Был көндө Шаул бер нәмә лә өндәшмәне: «Моғайын, Дауыт берәй хәлгә юлыҡҡандыр. Эйе, шулайҙыр, ул үҙен нәжесләгәндер», – тип уйланы.
Йонаҫан батшаға: – Дауыт Бейт-Ләхәмгә ҡайтыр өсөн минән бик үтенеп рөхсәт һораны, – тип яуап бирҙе. –
– Ҡара, иртәгә Яңы ай байрамы, – тине Дауыт Йонаҫанға. – Мин батша менән бер табында ултырырға тейешмен. Ләкин һин мине ебәрһәң, мин иртәгәнән һуңға кискә тиклем ҡырҙа йәшенеп торор инем.
Навал Дауыттың хеҙмәтселәренә: – Кем ул Дауыт? Ишай улы кем? Әлеге заманда хужаларынан ҡасып йөрөгән ҡолдар үтә күбәйеп китте түгелме? – тип яуапланы. –