Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 20:21 - Изге Яҙма

21 Шунан: «Уҡтарҙы эҙләп тап», – тип хеҙмәтсе малайҙы ебәрермен. Әгәр ҙә уға: «Ана бит, уҡтар артыңда ята, уларҙы алып кил», – тиһәм, сығырһың. Тимәк, хәүеф юҡ. Тере Раббы шаһит: һиңә бер нәмә лә булмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 20:21
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһә лә, Асылда, биргән анттары ялған».


Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғкә барған юл менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ».


Ә мин, сәпкә төҙәгән булып, шул яҡҡа өс уҡ атырмын.


Ә инде малайға: «Ана бит, уҡтар алдыңда ята», – тиһәм, китерһең. Тимәк, Раббы һине ебәрә.


– Йүгер, атҡан уҡтарымды эҙләп тап, – тине ул малайға. Малай йүгерҙе, ә Йонаҫан уҡтарын унан аша барып төшөрлөк итеп атты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ