20 Ә мин, сәпкә төҙәгән булып, шул яҡҡа өс уҡ атырмын.
Шуға күрә иртәгәнән һуңға тиҙ генә элек йәшеренгән урынға кил, Әзәл ташы янына ултыр.
Шунан: «Уҡтарҙы эҙләп тап», – тип хеҙмәтсе малайҙы ебәрермен. Әгәр ҙә уға: «Ана бит, уҡтар артыңда ята, уларҙы алып кил», – тиһәм, сығырһың. Тимәк, хәүеф юҡ. Тере Раббы шаһит: һиңә бер нәмә лә булмаҫ.
– Йүгер, атҡан уҡтарымды эҙләп тап, – тине ул малайға. Малай йүгерҙе, ә Йонаҫан уҡтарын унан аша барып төшөрлөк итеп атты.