17 Йонаҫан Дауытты үҙенең йәнеләй күреп ярата ине. Ул: – Миңә булған дуҫтарса һөйөүеңде раҫла, – тип Дауытты тағы бер мәртәбә ант иттерҙе.
Ҡайғырамын һинең өсөн, туғаным Йонаҫан, Һин миңә бик ғәзиз инең; Һинең яратыуың минең өсөн Ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүенән артыҡ ине.
Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.
Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.
Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдейҙарға хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, – тине. – Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ, һәм һеҙгә яҡшы булыр.
Әгәр ҙә һинең бер туғаның, улың, ҡыҙың, яратҡан ҡатының йәки йән дуҫың һин дә, ата-бабаларың да белмәгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итергә саҡырһа һәм һине аҫтыртын ғына аҙҙырырға тырышһа,
Дауыт Шаул менән һөйләшеп бөткәндә, Йонаҫандың күңеле Дауыттың күңеленә яғылғайны. Йонаҫан уны үҙенең йәнеләй күреп ярата башланы.
Ә Йонаҫан Дауыт менән дуҫ булырға вәғәҙәләште, сөнки уны үҙ йәнеләй яратты.