16 Шулай итеп, Йонаҫан Дауыттың нәҫел-нәсәбе менән килешеү төҙөнө. – Раббы Дауыттың дошмандарын язалаһын! – тине.
Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.
Батша Шаулдың Армони һәм Мефи-Бошеҫ исемле улдарын алды. Улар Айяһ ҡыҙы Риспанан тыуған балалар ине. Дауыт тағы Шаулдың ҡыҙы Меравтың биш улын алды. Мерав уларҙы Мехола ҡалаһы кешеһе Барзиллай улы Ғадриилдән тапҡайны.
Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдейҙарға хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, – тине. – Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ, һәм һеҙгә яҡшы булыр.
Аллаң Раббыға нәҙер әйтәһең икән, уны һис кисектермәй үтә, сөнки Ул уның мотлаҡ үтәлеүен талап итер, үтәмәйһең икән, гонаһ ҡылған булырһың.
Әгәр ҙә беҙ, Раббынан баш тартып, тотош яндырыу ҡорбаны ҡылыр, саҙаҡалар һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерер өсөн ҡорбан усағы төҙөгән булһаҡ, Раббы беҙгә язаһын бирһен.
Ә Йонаҫан Дауыт менән дуҫ булырға вәғәҙәләште, сөнки уны үҙ йәнеләй яратты.
– Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.
Ни өсөн миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? Улымдың Ишай улы менән бер һүҙле булыуын берегеҙ ҙә ҡолағыма төшөрмәне. Берегеҙ-бер минең өсөн борсолманы. Үҙ улымдың ҡоломдо миңә ҡаршы боҫҡон ҡорорға ҡотортоуы тураһында әйтеүсе табылманы.
Улар икәүләп Раббы алдында вәғәҙәләштеләр. Дауыт Хорешта ҡалды, ә Йонаҫан өйөнә ҡайтып китте.
Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине.
Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!
Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерҙе.