14 Тик һин дә мине, иҫән сағымда, Раббының мәрхәмәтенән айырма. Әгәр ҙә мин үлһәм,
Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә, минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине!
Бер көндө Дауыт: – Шаул тоҡомонан берәйһе иҫән ҡалманымы икән? – тип һораны. – Йонаҫан хаҡына мин уға игелек ҡылыр инем.
– Шаул тоҡомонан берәй иҫән кеше ҡалмағанмы? – тине батша. – Мин уға Алла хаҡына игелек күрһәтер инем. – Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар, – тине Сива батшаға.
Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.
хатта Раббы Дауыттың бөтә дошмандарын ер йөҙөнән юҡ иткән саҡта ла, нәҫел-ырыуымды яҡшылығыңдан мәңге мәхрүм итмә!
Ә үҙ-ара килешеүебеҙгә килгәндә инде, Раббы һинең менән минең арала мәңге шаһит булһын.
Инде беләм: һин мотлаҡ батша буласаҡһың һәм Исраил батшалығы, һинең ҡулыңа күскәс, көсәйәсәк.