17 Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар.
Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимруд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған.
Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.
Алла күрҙе: ер йөҙө боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.
Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.
Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.
Йәрүсәлим сайҡалды, Йәһүҙә ҡоланы, Сөнки һүҙҙәре лә, эштәре лә Раббыға ҡаршы. Уның шөһрәте араларында булғанды һанламанылар.
Йәнә бына ни эшләйһегеҙ һеҙ: илай-һыҡтай Раббының ҡорбан усағын күҙ йәшенә мансыйһығыҙ, сөнки Раббы ҡорбанығыҙға диҡҡәт итмәй, һеҙҙән уны хуш күреп ҡабул итмәй.
Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!
Ҡорбан килтереүсе: – Тәүҙә эс майы яндырылһын, шунан теләгәнеңсә алырһың, – тип әйтһә, хеҙмәтсе: – Юҡ, хәҙер үк бир, юғиһә тартып алам, – тип яуап ҡайтара торғайны.
Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.