16 Ҡорбан килтереүсе: – Тәүҙә эс майы яндырылһын, шунан теләгәнеңсә алырһың, – тип әйтһә, хеҙмәтсе: – Юҡ, хәҙер үк бир, юғиһә тартып алам, – тип яуап ҡайтара торғайны.
Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым.
Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.
Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ.
Дан кешеләре уға: – Шаулама, тауышыңды сығараһы булма! Һуғышсыларыбыҙ былай ҙа асыулы, ташланырҙар ҙа үҙеңде лә, ғаиләңде лә харап итерһең, – тине.
Был ғына ла етмәй, ҡаһиндың хеҙмәтсеһе эс майын яндырғанға тиклем үк килеп, ҡорбан килтергән кешегә: – Ҡаһинға ҡурырға ит бир. Ул һинән бешкән ит алмаҫ, сейен бир, – тиер ине.
Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар.