Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 19:24 - Изге Яҙма

24 Ул да кейемдәрен сисеп ырғытты, Шемуил алдында пәйғәмбәрлек итте. Көнө буйы, төнө буйы яланғас ятты. Халыҡтың: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигәне шунан тороп ҡалған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 19:24
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене.


Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө!


Ошо мәлдә Раббы Амус улы Ишағыяһҡа: – Бар, билеңдәге ҡыл туҡымаңды, аяғыңдағы ҡатаңды сисеп ташла, – тине. Ишағыяһ үҙенә ҡушылғанды эшләне: яланғас һәм ялан аяҡ йөрөнө.


Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.


Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:


Уны тыңлағандарҙың барыһы ла хайран ҡалып: – Йәрүсәлимдә шул исемде телгә алыусыларҙы эҙәрләгән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш ҡаһиндарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиеште.


Шунда һине Раббы рухы солғап алыр, һин дә улар менән бергә пәйғәмбәрлек итерһең һәм бөтөнләй башҡа кешегә әйләнерһең.


Шемуил Шаул менән үҙенең аҡтыҡ көнөнә тиклем башҡа бер ҡасан да осрашманы, әммә уның өсөн бик көйөндө. Раббы иһә Шаулды Исраилға батша итеп ҡуйғанына үкенде.


Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ