18 Дауыт ҡасып ҡотолдо һәм Рамаға Шемуилға килде. Уға Шаулдың үҙенә нимәләр эшләгәнен һөйләп бирҙе. Шунан Шемуил менән икәүләп Найоҫҡа килделәр.
Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.
Иртәгәһенә таңдан тороп Раббыға ғибәҙәт ҡылдылар ҙа Рамалағы өйҙәренә әйләнеп ҡайттылар. Әлҡана ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды, һәм Раббы Ханнаны иҫенә төшөрҙө.
Шунан һуң Шемуил Рамаға, Шаул үҙенең өйөнә – Гивғаһына ҡайтып китте.
Дауыттың Рамалағы Найоҫта булыуын Шаулға еткерҙеләр.
Шаул Рамаға үҙе юлланды. Сехуҙағы ҙур һыу соҡоро янына барып еткәс: – Шемуил менән Дауыт ҡайҙа? – тип һораны. – Рамалағы Найоҫта, – тинеләр.
Шаул Рамалағы Найоҫҡа китте. Әммә Алла рухы уны ла солғап алды һәм ул Найоҫҡа еткәнсе юл буйынса пәйғәмбәрлек итеп барҙы.
Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?
Ахиштың хеҙмәтселәре: – Был теге илдең батшаһы Дауыт түгелме? – тинеләр. – Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип уның тураһында йырламайҙар инеме?
Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны.
Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.