Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 18:7 - Изге Яҙма

7 Ҡатындар бейей-бейей: – Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе, – тип һамаҡланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 18:7
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә улар: – Юҡ, бара күрмә, әгәр беҙ ҡаса башлаһаҡ, быға иғтибар итеүсе булмаҫ; беҙҙең яртыбыҙ үлеп ҡалһа ла, бер кем дә ыжламаҫ. Ә һин бер үҙең беҙҙең ун меңебеҙгә торошлоһоң. Шулай булғас, беҙҙең өсөн һинең ҡаланан тороп ярҙам итеүең яҡшыраҡ, – тип ҡаршы төштөләр.


Бына Дауыттың һуңғы һүҙҙәре: «Алла юғары күтәргән, Яҡуптың Аллаһы мәсехләгән заттың – Исраилдың һөйөклө йырсыһы Дауыт Ишай улының һуңғы һүҙҙәре ошо:


Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты.


Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны».


Ахиштың хеҙмәтселәре: – Был теге илдең батшаһы Дауыт түгелме? – тинеләр. – Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип уның тураһында йырламайҙар инеме?


Дауыт был һүҙҙәрҙе күңеленә һалып ҡуйҙы һәм Ғаҫ батшаһы Ахиштан бик ҡурҡты.


Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип йырланған Дауыт түгелме ни ул? – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ