Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 18:6 - Изге Яҙма

6 Дауыт пелештиҙе үлтергәндән һуң, ғәскәрҙәр кире ҡайтып килгән саҡта, Исраилдың бөтә ҡалаларында ла ҡатын-ҡыҙҙар дөңгөр һәм шылтырауыҡтар тауышы аҫтында ҡыуаныс менән йырлап-бейеп Шаул батшаға ҡаршы сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 18:6
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был хаҡта Ғаҫ ҡалаһында һөйләмәгеҙ; Белдермәгеҙ Ашҡылон урамдарында; Пелешти ҡыҙҙары ҡыуанмаһын; Сөннәтһеҙҙәрҙең ҡыҙҙары шатланмаһын.


Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты.


Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын!


Минең илап ураҙа тотоуым – Йәнә мәсхәрәләү өсөн сәбәп булды.


Ярһыуыңды өҫтәренә яуҙыр, Асыу ялҡының уларҙы ялмап алһын!


Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.


Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны».


Раббының уларға яза таяғы менән һәр һуҡҡаны Дөңгөр һәм арфа ауаздары тарафынан оҙатылыр. Шулай Ул Ашшурға ҡаршы ҡул күтәрер – Улар менән һуғышыр.


Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине.


Шаул ҡайҙа ғына ебәрһә лә, Дауыт уңыш ҡаҙанды. Шуға күрә батша уны яугирҙәргә башлыҡ итеп ҡуйҙы. Быны барса халыҡ та, Шаулдың ярандары ла хуш күрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ