23 Шаулдың ярандары был һүҙҙәрҙе Дауытҡа ишеттерҙе. Дауыт уларға: – Минең кеүек бер ябай, ярлы кешегә батшаның кейәүе булыу анһат тип уйлайһығыҙмы әллә? – тип яуап бирҙе.
Яҡуп Рәхилә өсөн ете йыл эшләне, әммә был ете йыл уға ете көн һымаҡ та булманы – ул ҡыҙҙы шулай ныҡ ярата ине.
Иң ҙур ҡалым, иң бай бүләктәр һорағыҙ – бер ни йәл түгел, тик ҡыҙығыҙҙы миңә кәләш итеп бирегеҙ.
Ярлыны яҡындары ла ят күрә, байҙың дуҫтары күп була.
Яҡынына ялағайланған – уның аяғына тоҙаҡ һалған.
Ҡарағыҙ, Атабыҙ беҙҙе ҡайһылай ныҡ ярата: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.
Әммә Дауыт Шаулға: – Батшаға кейәү булырға, үҙем кем дә Исраилда ғаиләм һәм атамдың нәҫел-нәсәбе кем? – тип яуап бирҙе.
Шунан ярандарына Дауытҡа сер итеп кенә: «Батша һине яҡын күрә, бөтә хеҙмәтселәр ҙә һине ярата. Батшаның кейәүе бул», – тип әйтергә бойорҙо.
Ярандары Дауыттың әйткәндәрен Шаулға еткерҙе.
Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?