15 Уның уңыштарын күреп, Шаулдың ҡурҡыуы артҡандан-артты.
Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған.
Ят кешеләр менән, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, аҡыллы мөғәмәлә итегеҙ.
Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.
Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.
Шаул Дауыттан ҡурҡа башланы, сөнки Раббы уның менән ине, ә Шаулды ташлағайны.
Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы.
Ә бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡы Дауытты яратты, сөнки ул уларҙы әйҙәп һуғыштарҙа алдан йөрөнө.