10 Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.
Төш ауҙы. Улар киске ҡорбан мәленә тиклем диуаналаныуҙарын дауам итте, ләкин өн-тауыш ишетелмәне, уларға яуап биреүсе, иғтибар итеүсе табылманы.
Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юраны: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Раббы былай ти: «Ике йыл эсендә Бабил батшаһы Навуходоносорҙың бөтә халыҡтарҙың муйынына кейҙергән ҡалыбын Мин бына ошолай һындырып ташлаясаҡмын!» Бынан һуң Йермеяһ пәйғәмбәр үҙ юлына китте.
Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.
Шуға ла Алла уларға ныҡ яңылышыуҙар ебәрер һәм улар ялғанға ышаныр,
– Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне.
Шул ваҡыттан башлап, Алла ебәргән яуыз рух Шаулды биләп алғанда, Дауыт лираһын алып уйнай ҙа батшаның хәле еңеләйеп ҡалыр булды. Яман рух та унан китеп тора ине.
Ошо көндән алып Шаул Дауытҡа шикләнеп ҡарай башланы.
Шаул һөңгөһө менән Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуйырға уҡталды, әммә Дауыт тайшанып өлгөрҙө. Һөңгө диуарға барып сәнселде, ә Дауыт ҡасып китте һәм ул кисте ҡотолоп ҡалды.
Йонаҫан, Дауытты саҡырып, ошоларҙың барыһын да һөйләп бирҙе. Шунан ул Дауытты Шаулға алып барҙы. Бынан һуң Дауыт элекке кеүек батшаға хеҙмәтен дауам итте.
Бер көндө Шаул өйөндә ултыра, һөңгөһө ҡулында, ә Дауыт уға лирала уйнай ине. Шул саҡ Раббы күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды.
Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.