Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 18:1 - Изге Яҙма

1 Дауыт Шаул менән һөйләшеп бөткәндә, Йонаҫандың күңеле Дауыттың күңеленә яғылғайны. Йонаҫан уны үҙенең йәнеләй күреп ярата башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 18:1
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәҙер мин өйгә атайым, һинең ҡолоң янына, уның йәндәй күргән улынан башҡа ҡайта аламмы?


Ҡайғырамын һинең өсөн, туғаным Йонаҫан, Һин миңә бик ғәзиз инең; Һинең яратыуың минең өсөн Ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүенән артыҡ ине.


Уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыт былай ти: – Әгәр һеҙ изге ниәт менән, миңә ярҙам итергә тип килһәгеҙ, йөрәгем һеҙҙең менән булыр; ә инде ҡулым яуызлыҡтан пак булған мине дошмандарыма тотоп бирергә тигән мәкер менән килһәгеҙ, ата-бабаларыбыҙ Аллаһы күрһен дә Үҙе хөкөм ҡылһын.


Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.


Әгәр ҙә һинең бер туғаның, улың, ҡыҙың, яратҡан ҡатының йәки йән дуҫың һин дә, ата-бабаларың да белмәгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итергә саҡырһа һәм һине аҫтыртын ғына аҙҙырырға тырышһа,


Улар мөхәббәттә берләшеп, рухтары күтәрелһен һәм һәр яҡлап тәрән һәм бай белемле булһындар, шулай Алланың серен, йәғни Мәсихте белһендәр ине.


Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы бер булып Гивға ҡалаһына ҡаршы күтәрелде.


Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды.


Ә Йонаҫан Дауыт менән дуҫ булырға вәғәҙәләште, сөнки уны үҙ йәнеләй яратты.


Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине.


– Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен.


Йонаҫан Дауытты үҙенең йәнеләй күреп ярата ине. Ул: – Миңә булған дуҫтарса һөйөүеңде раҫла, – тип Дауытты тағы бер мәртәбә ант иттерҙе.


Ә һин ҡолоңа мәрхәмәт ҡыл, сөнки Раббы алдында минең менән вәғәҙәләштең. Ғәйебем бар икән, үҙең үлтер. Ниңә мине атайыңа алып барырға? – тине.


Ни өсөн миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? Улымдың Ишай улы менән бер һүҙле булыуын берегеҙ ҙә ҡолағыма төшөрмәне. Берегеҙ-бер минең өсөн борсолманы. Үҙ улымдың ҡоломдо миңә ҡаршы боҫҡон ҡорорға ҡотортоуы тураһында әйтеүсе табылманы.


Улар икәүләп Раббы алдында вәғәҙәләштеләр. Дауыт Хорешта ҡалды, ә Йонаҫан өйөнә ҡайтып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ