9 Әгәр ҙә көрәшеп мине үлтерә алһа, беҙ һеҙгә ҡол булырбыҙ. Ә инде мин өҫтөн сығып, уны юҡ итһәм, һеҙ ҡол булырһығыҙ, беҙгә хеҙмәт итерһегеҙ.
Бер ваҡыт Нер улы Авнер менән Шаул улы Иш-Бошеҫтың хеҙмәтселәре Маханаимдан Ғивғонға барҙы.
Ғаммон батшаһы Нахаш яу менән килеп Ғилғәд Явешын ҡамап алды. Бөтөн Явеш халҡы Нахашҡа: – Беҙҙең менән килешеү төҙө, беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ, – тине.
Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне.