55 Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер.
Бына мин һеҙҙе нисек итеп һынаясаҡмын: фирғәүендең ғүмере менән ант итәм, иң кесе туғанығыҙ килмәйенсә, һеҙ бынан китә алмаясаҡһығыҙ.
– Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин.
Шаулдың ҡатынының исеме – Ахиноғам, ул Ахимағастың ҡыҙы ине. Ғәскәр башлығы Авнер Шаулдың атаһының бер туған ҡустыһы Нерҙың улы ине.
Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине.
Дауыт пелештиҙең башын алып, Йәрүсәлимгә килтерҙе, ҡоралдарын үҙенең сатырына ҡуйҙы.
– Белмәһәң, бел, кемдең улы икән ул малай? – тип бойорҙо батша.
Шаул: – Үҫмер, һин кемдең улы булаһың? – тип һораны. – Бейт-Ләхәмдән ҡолоң Ишайҙың улымын, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт.
Дауыт тороп Шаул туплам ҡорған ергә барҙы, батша менән ғәскәр башлығы Нер улы Авнер йоҡлаған урынды ҡараны. Шаул туплам уртаһында йоҡлай, ә яугирҙәр уны уратып ятҡайны.