51 Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы.
Мысырҙың бер бәһлеүән кешеһен дә үлтерҙе ул. Мысырлының ҡулында һөңгө ине, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән китте. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыйҙы.
Улар өйгә ингән саҡта Иш-Бошеҫ үҙенең йоҡо бүлмәһендә түшәктә ятҡан була. Уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерәләр ҙә, башын киҫеп алып, сығып китәләр. Төнө буйы Ғарава тигеҙлеге буйлап баралар.
Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.
ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә.
Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.
Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине.
Дауыт ул көндө, Шаулдан ҡасып, Ғаҫ батшаһы Ахишҡа килде.
– Үҙең Эла үҙәнендә үлтергән пелешти Голиаҫтың ҡылысы бар, – тип яуап ҡайтарҙы ҡаһин. – Эфод артында, кейемгә төрөлгән килеш ята. Теләһәң, шуны ал, бында башҡа ҡорал юҡ. – Шунан да яҡшыһы юҡ, бир уны миңә, – тине Дауыт.
Улар Шаулдың башын ҡырҡтылар, ҡоралдарын систереп алдылар, шунан был турала боттарының ғибәҙәтханаларында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрҙеләр.