49 Дауыт ҡулын тығып муҡсаһынан бер таш алды ла һапҡыһы менән уны һелтәп ебәрҙе. Таш пелештиҙең маңлайына барып ҡаҙалды. Пелешти йөҙтүбән ергә йығылды.
Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәргәйне, Исраил батшаһын яраланы. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙалғайны. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – тине.
Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө.
Пелешти, урынынан ҡуҙғалып, Дауытҡа яҡынлаша башлағас, Дауыт та ашығып ғәскәрҙәр яғына, уға ҡаршы йүгерҙе.
Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине.
Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?