45 Ә Дауыт пелештигә: – Һин миңә ҡаршы ҡылыс тотоп, һөңгө менән, ҡыҫҡа һөңгө менән киләһең, – тип яуапланы. – Ә мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм.
Аса уға ҡаршы сыға. Алышҡа әҙерләнеп, Мареша эргәһендәге Сефаҫа үҙәнендә теҙеләләр.
Уларҙың беләге көслө, ә беҙҙең яҡта – Аллабыҙ Раббы, Ул беҙгә ярҙам итәсәк һәм беҙҙең өсөн алышасаҡ. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың һүҙҙәре халыҡтың рухын күтәрә.
Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.
Сөнки батша Раббыға инана, Юғарыларҙан Юғарының мөхәббәте арҡаһында сайҡалмаҫ.
Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.
Башаҡтары осло уҡтарыңдың. Дошмандарыңдың йөрәгенә ҡаҙалыр, Халыҡтар аяғың аҫтына йығылыр.
Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала.
Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!
Ултырғаныңды һәм торғаныңды, Ингәнеңде-сыҡҡаныңды, Миңә ҡаршы ярһыуыңды белеп торам.
Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, ә Алла ҡөҙрәте менән ҡәлғәләрҙе емерергә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе,
Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне.
Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?
Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.
Аяҡтарын да баҡыр теҙлек менән ҡаплаған. Арҡаһына баҡырҙан ҡыҫҡа һөңгө аҫҡан.