43 – Мин этме әллә, нишләп миңә ҡаршы таяҡ тотоп киләһең? – тине пелешти Дауытҡа. Уны үҙенең илаһтары менән ҡарғап: –
Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!
Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,
– Был эт үләкһәһе ниңә хакимым батшаға һүҙ тейҙерә әле? – тине Серуяһ улы Авишай батшаға. – Барып башын ҡырҡып ташларға рөхсәт ит.
Авнер Иш-Бошеҫтың был һүҙҙәренә асыуы ҡабарып: – Әллә мин Йәһүҙәгә хеҙмәт иткән этме? Атаң Шаулдың нәҫел-нәсәбен, уның ағай-энеһен, дуҫтарын яҡланым, һине Дауыт ҡулына бирмәнем. Ә һин мине бер ҡатын арҡаһында ғәйепләмәк булаһыңмы?
Мефи-Бошеҫ тағы бер тапҡыр баш эйҙе лә: – Кем инде мин ҡолоң? Минең кеүек эт үләкһәһенә тиң затҡа ниңә илтифат иттең? – тине.
Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.
– Мин ҡолоң бер ҡорсаңғы эт кенә бит. Шул тиклем эштәрҙе башҡарырға ҡайҙан ҡулымдан килһен? – тине Хазаил. – Раббы миңә һинең Арам батшаһы буласағыңды белдерҙе, – тип яуап ҡайтарҙы Ильясиғин.
Турғай һәм ҡарлуғас осоп киткән һымаҡ, нахаҡ ҡарғыш та кешегә төшмәҫ.
Бында килеп, минең өсөн ошо халыҡты ҡарға әле, сөнки ул минән көслөрәк. Һин ҡарғыш яуҙырһаң, бәлки, мин уны еңә һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын. Шуны беләм: һин кемде фатихалаһаң – шул фатихалы, кемде ҡарғаһаң, шул ҡарғышлы була.
Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте.
Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине.
Боронғо мәҡәл әйтмешләй: «Яманлыҡ ямандарҙан сыға». Ә мин һиңә ҡул күтәрмәйем.
Исраил батшаһы! Кем артынан сыҡтың һин? Кемде баҫтыраһың? Үлгән этте, бер бөртөк бөрсәне аулайһың түгелме?