40 Ҡулына таяғын алды, шишмәнән шыма ғына биш таш һайлап, биштәренә – көтөүсе муҡсаһына – һалды. Шунан һапҡыһын тотоп, пелештигә ҡаршы китте.
Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – эшләгән кешенең тейешле ризығын алырға хаҡы бар.
Ошо ғәскәр араһында ете йөҙ һулаҡай яугир булып, уларҙың һәр береһе һапҡынан таш бәргәндә баштағы сәс бөртөгөнә лә тейҙерә алған мәргән ине.
Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы.
Дауыт кейеме өҫтөнән уның ҡылысын таҡты ла арлы-бирле йөрөп ҡараны, сөнки бындай хәрби кейем кейгәне юҡ ине. Шунан Шаулға: – Былар менән йөрөй алмайым, күнекмәгәнмен, – тип уларҙы систе.
Пелешти ҙә Дауытҡа яҡынлашты. Ҡалҡан йөрөтөүсеһе уның алдынан килә ине.