4 Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ине.
Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя.
Ә Мин Исраил хаҡына Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым.
Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк.
Исраилдар йәшәгән ерҙәрҙә бөтә ғанаҡтар ҡырылып бөттө, улар бары тик Газала, Ғаҫта һәм Ашдодта ғына иҫән ҡалды.
Дауыт ағалары менән һөйләшеп тора ине, пелештиҙәр сафынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сығып, ғәҙәттәгесә, хәбәр һалды. Дауыт уның һөйләгәндәрен ишетеп торҙо.
Пелештиҙәр бер ҡалҡыулыҡҡа, исраилдар икенсе ҡалҡыулыҡҡа урынлашты. Араларында үҙәнлек ине.
Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейгәйне. Кейеменең ауырлығы биш мең шекел тарта ине.
Дауыттың Ғаҫҡа ҡасып киткәнен Шаулға хәбәр иткәс, ул башҡаса Дауытты эҙләп маташманы.