Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 17:36 - Изге Яҙма

36 Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 17:36
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ».


Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?


Хизкияһ һеҙгә: „Раббы беҙҙе һис шикһеҙ ҡотҡарасаҡ, был ҡала Ашшур батшаһының ҡулына эләкмәйәсәк“, – тип әйтеп өмөтләндермәһен».


Хизкияһ: „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип һеҙҙе алдамаһын. Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан ҡотҡара алдымы?


Һин яттарҙың ҡулынан Сөннәтһеҙҙәр әжәле менән үлерһең. Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким.


Уларға былай тип әйт: «Һин кемдән матурыраҡ һуң? Төш тә сөннәтһеҙҙәр янына ят!»


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.


Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне.


Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?


уның артынан барам да, һөжүм итеп, ауыҙынан тартып алам. Әгәр ҙә ул миңә ташланһа, ялынан эләктерәм дә һуғып үлтерәм.


Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын.


Шаул Дауытҡа: – Бына минең өлкән ҡыҙым Мерав, уны һиңә ҡатынлыҡҡа бирермен. Тик һин батыр бул, Раббының һуғыштарын алып бар, – тине. Сөнки: «Дауыттың әжәле минән түгел, ә пелештиҙәр ҡулынан булһын», – тип уйланы.


Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ