Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 17:28 - Изге Яҙма

28 Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 17:28
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.


Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем һөйһөнмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алманы.


– Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары. Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар.


Рехавғам Дауыт улы Йеримоҫтың ҡыҙы Махалаҫҡа өйләнә. Махалаҫтың әсәһе Авиһаил иһә Ишай улы Әлиавтың ҡыҙы була.


Һине танығандарға – мөхәббәтеңде, Саф йөрәклеләргә тоғролоғоңдо күрһәт.


Рәнйеүле туған – нығытмалы ҡала, ә ыҙғыш бикле ҡапҡа һымаҡ айыра.


Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?


Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Кеше өсөн үҙ өйөндәгеләре дошман булыр.


Пилатос йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине.


Был хәлдәрҙе ишеткән туғандары, Ул аҡылдан яҙған икән, тип уйлап, Ғайсаны көс менән алып китергә килделәр.


Был әҙәмдәр иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға ғына эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.


Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.


Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


– Мин нимә эшләнем? – тине Дауыт. – Һөйләшәм генә бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ