24 Был кешене күреү менән, бөтә исраилдар, ҡоттары осоп, унан ҡаса башланы.
Бер кеше янаһа, мең кеше ҡасыр, Биш кеше янаһа, бөтөнөгөҙ ҡасыр; Ә тере ҡалғандар тау башындағы ҡолға, Түбәләстәге байраҡ һымаҡ яңғыҙ ҡалыр».
Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.
Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.
Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?
Уның был һүҙҙәрен ишетеп, Шаулдың да, барса исраилдарҙың да ҡоттары алынды, барыһы ла ҡурҡыуға ҡалды.
Дауыт ағалары менән һөйләшеп тора ине, пелештиҙәр сафынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сығып, ғәҙәттәгесә, хәбәр һалды. Дауыт уның һөйләгәндәрен ишетеп торҙо.
Улар бер-береһенә: – Алға сыҡҡан анау кешене күрәһегеҙме? Ул Исраилды мәсхәрәләр өсөн сыға, – тиештеләр. – Кем уны үлтерә, батша шул кешегә күп итеп байлыҡ бирер, ҡыҙына кейәү итер, атаһының йортон Исраилда һалымдан азат ҡылыр ине.