22 Дауыт әйберҙәрен ылау ҡарауылсыһына ҡалдырҙы ла сафтар яғына йүгерҙе. Ағалары янына килеп, уларҙан һаулыҡ һорашты.
– Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде.
Урияһ килгәс, Дауыт унан Йоавтың, яугирҙәрҙең хәле, һуғыштың барышы тураһында һорашты.
Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар, бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде.
Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар, Михмаста йөктәрен бушаттылар;
Тегеләр, йәш леви ҡаһины торған, йәғни Михаяһ йортона боролоп инеп, уға сәләм бирҙеләр.
Улар артабан юлланды, бала-сағаны, мал-мөлкәтте алдан үткәреп, сәфәрҙәрен дауам иттеләр.
Исраилдар менән пелештиҙәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы саф булып торалар ине.
уға үҙенең ун егетен ебәрҙе. – Кармәлгә менеп Навалға барығыҙ ҙа минең исемемдән сәләм тапшырығыҙ.
Бына Дауыт, уның артынан эйәрергә хәлдәре бөткәнлектән, Бесор ағымы янында тороп ҡалған ике йөҙ кеше янына килеп етте. Улар Дауытҡа һәм уның янындағы кешеләргә ҡаршы сыҡты. Дауыт улар эргәһенә килеп сәләм бирҙе.