Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 17:20 - Изге Яҙма

20 Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 17:20
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар.


Иртә таңдан Йушағ менән барлыҡ исраилдар Шиттимдән сығып Иордан буйына еттеләр. Бында улар, йылға аша сыҡмайынса, ҡуна ҡалды.


Икенсе көндө иртүк тороп, Шемуил Шаулды күрергә китте. Әммә уға Шаулдың үҙенә һәйкәл ҡуйыр өсөн Кармәлгә барғаны, унан боролоп ҡайтҡандан һуң Гилгалға төшкәне хаҡында әйттеләр.


Ағайыңдар Шаул янында, бөтә исраилдар менән бергә Эла үҙәнендә пелештиҙәргә ҡаршы һуғыша, – тине.


Исраилдар менән пелештиҙәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы саф булып торалар ине.


Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы.


Дауыт тороп Шаул туплам ҡорған ергә барҙы, батша менән ғәскәр башлығы Нер улы Авнер йоҡлаған урынды ҡараны. Шаул туплам уртаһында йоҡлай, ә яугирҙәр уны уратып ятҡайны.


Дауыт менән Авишай төндә ғәскәргә килде. Бына Шаул тупламда йоҡлап ята. Һөңгөһө баш осонда ергә ҡаҙап ҡуйылған. Авнер менән яугирҙәре уны уратып ятҡан.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ