18 Ә был ун йомарлам сырҙы мең башына бирерһең. Ағайҙарыңдың хәл-әхүәлен бел, иҫән-аман йөрөгәндәрен белдергән берәй нәмә алып ҡайт.
Исраил Йософҡа былай тине: – Ағайҙарың Шәхәм эргәһендә мал көтә. Улар янына барып кил әле. – Ярай, – тип яуапланы Йософ.
– Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде.
бал һәм май, һарыҡ, эремсек килтерҙе. «Халыҡ асыҡҡан-арығандыр, сүлдә йөрөп сарсағандыр», – тине улар.
Мордехай иһә, Эстерҙың хәлен белешер өсөн, көн дә ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән йорт ихатаһы алдына килә торған булды.
Һин мине һөт һымаҡ түгеп, Эремсек кеүек ҡуйыртманыңмы?
Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар, бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Паулус Барнабасҡа, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте.
Тегеләр, йәш леви ҡаһины торған, йәғни Михаяһ йортона боролоп инеп, уға сәләм бирҙеләр.
Ишай ишәккә икмәк, бер турһыҡ шарап һәм кәзә бәрәсе артмаҡлатып, улы Дауытты Шаулға оҙатты.
Ағайыңдар Шаул янында, бөтә исраилдар менән бергә Эла үҙәнендә пелештиҙәргә ҡаршы һуғыша, – тине.
уға үҙенең ун егетен ебәрҙе. – Кармәлгә менеп Навалға барығыҙ ҙа минең исемемдән сәләм тапшырығыҙ.
Бына Дауыт, уның артынан эйәрергә хәлдәре бөткәнлектән, Бесор ағымы янында тороп ҡалған ике йөҙ кеше янына килеп етте. Улар Дауытҡа һәм уның янындағы кешеләргә ҡаршы сыҡты. Дауыт улар эргәһенә килеп сәләм бирҙе.